Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа бағышланған конкурс иғлан ителде17.06.2026

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа бағышланған конкурс иғлан ителде

Фото: конкурстың афишаһы | Башҡортостандың Яҙыусылар союзы

16 июндә, Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы йәш яҙыусылар советы яңы конкурс тураһында иғлан итте. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған конкурс шәхестең тормош юлы тураһында яңы асыштарға саҡыра.

Әҙиптәрҙән башҡорт телендә яҙылған эштәр ҡабул ителә. Авторҙар 18 йәштән өлкән булырға тейеш. Эштәр ике номинацияла баһалана: «Шиғриәт» (шиғырҙар, поэмалар һәм башҡалар) һәм «Проза» (хикәйәләр).

— Йәш яҙыусылар советы республиканың талантыл йәш шағирҙарын һәм яҙыусыларын берләштерә, йәштәр әҙәбиәтен популярлаштырыуға, йәш авторҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороуҙы һәм үткәреүҙе күҙ уңында тота, — тип һөйләне Йәш яҙыусылар советы етәксеһе, шағирә һәм журналист Таңсулпан Рәсүл. — Беҙҙең тәүге конкурс әҙәбиәтебеҙҙә яңы исемдәр асыуға һәм әҙәбиәттә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен яңы яҡтан мәңгеләштереүгә булышлыҡ итер тип уйлайым.

Конкурсҡа йомғаҡ Милли геройҙы иҫкә алыу көнөндә – 26 сентябрҙә яһала.

Шулай уҡ беҙ Палдиски ҡалаһында Эстония башҡорттарының Салауат Юлаевты хөрмәтләп иҫкә алыуҙары тураһында яҙғайныҡ.



Вернуться назад