Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте09.06.2026

Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте

Фото: «Башҡортостан» ДТРК-һы | рәсми сайт

9 июндә Өфөлә коллегабыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нияз Алсынбаев оҙаҡ ауырығандан һуң арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Уның вафаты тураһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан коллегаларыбыҙ хәбәр итте.

Нияз Зәбих улы 1963 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. БДПУ-ның тарих-инглиз факультетын тамамлағандан һуң ауыл мәктәбендә инглиз теленән уҡыта. Журналистикала үҙ юлын 1989 йылда БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында хәбәрсе булып башлай.

Ул ябай журналистан алып «Башҡортостан» ДТРК-ның радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫарына тиклем юл үтә. 2004 йылдарҙа «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәт каналы етәксеһе була.

Нияз Зәбих улы «Майҙан», «Даирә» ижтимағи-сәйәси программалар һәм «Кесерткән» радиофельетондар циклын алып барыусы, шулай уҡ «Шәхси фекер» һәм «Шәжәрә» проекттары авторы һәм алып барыусыһы булараҡ билдәле. 2013 йылда ул Рәсәй телерадиокомпаниялары араһында уҙғарылған «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы радио алып барыусыһы» номинацияһында төп призға лайыҡ булды.

Журналистика өлкәһендә эшләүҙән тыш, Нияз Зәбих улы әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Уның тәүге хикәйәләре республика гәзит-журналдарында баҫылып сыҡты, һуңынан «Серле мосафир» мажаралы повестар китабы донъя күрҙе.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.



Вернуться назад