Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат08.06.2026

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат

Фото: Айҙар Ғәлимовтың сәхифәһе | ВК

Йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов атаһы Миңлеғәни Бәхтиғәни улы Ғәлимов вафат булыуын хәбәр итте. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тулҡынландырғыс видеояҙма менән уртаҡлашты

"Хуш, Атай... Һин көслө һәм мәрхәмәтле булдың... Үҙең дә күрмәгән атай тәрбиәһен беҙгә еткерергә тырыштың. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Бик яраттыҡ, яратабыҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Урының ожмахтың түрҙәрендә булһын»,– тип яҙа артист татар телендә.

Комментарийҙарҙа йырсының ижадын һөйөүселәр уға ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткергән. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 4 апрелендә Айҙар Ғәлимовтың әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы вафат булғайны.

«Башинформ» Айҙар Ғәни улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.



Вернуться назад