12-се «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы китаптары — 2025» конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде. Бүләкләү тантанаһы ДУМ-ның конференциялар залында уҙҙы.

«Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китаптар» номинацияһында нәшриәт Ю. Андриановтың «Башҡорт әкиәттәре һәм легендалары» китабы өсөн диплом менән бүләкләнде.
Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы китаптары — 2026» конкурсы сиктәрендә Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» китабы өсөн нәшриәткә махсус диплом тапшырылды.
Награданы «Китап» нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова алды.
Ойоштороусылар нәшриәт коллективына яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «Китап» китаптарының конкурстарҙа лайыҡлы урын алыуын билдәләне, тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.