Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе

Быйылдан Башҡортостанда Радий Хәбировтың указына ярашлы 8 июндә «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Ошо байрам уңайынан Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһынан видео-өҙөк яҙҙырған.
«Был өҙөк миңә айырыуса яҡын булып тойолдо. Һәм мин яңы «челлендж башлайым! Социаль селтәрҙәрҙә мәҙәни байлығыбыҙҙы популярлаштырыу һәм уның ысын матурлығын күрһәтеү өсөн был яҡшы мөмкинлек, – тип билдәләне Урал Килсенбаев. – Һеҙ эпостың үҙегеҙгә оҡшаған өҙөгөн алып уҡый алаһығыҙ».
Урал Таһир улы ҡатнашыу шарттарын билдәләне:
Урал Килсенбаев үҙенең челленджын Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡоловаға, Үзбәкстан Республикаһында ЗәкиВәлиди исемендәге башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Ринат Гуляевҡа, Башҡортостандың халыҡ артисы, «AY YOLA» төркөмө солисы Ринат Рамаҙановҡа һәм башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе һәм журналист Азамат Юлдашбаевҡа тапшырҙы.