Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла02.06.2026

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Аудиоәкиәттәр» проектын башлап ебәрҙе. Проект Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына әҙерлек сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Фото: Роман Шумный | М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры

Цикл Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте премьераһы менән асылды. Яҡташыбыҙҙың данлыҡлы әҫәре тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны. Фирғәт Ғариповтың режиссураһы, Урал Иҙелбаевтың музыкаһы һәм актерҙарҙың оҫта уйнауы һөҙөмтәһендә бала саҡтан таныш тарих яңы төҫтәр менән балҡыны. Әкиәтте башҡортсаға Гөлнур Яҡупова тәржемә иткән.

«Беҙҙең театр тамашасыларға «Аудиоәкиәттәр» проектын тәҡдим итте. Беренсе әкиәтте беҙ осраҡлы һайламаныҡ: Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулған йылда уның исеме Өфө һәм Башҡортостан менән айырылғыһыҙ бәйле икәнен иҫкә төшөрөргә булдыҡ. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, беҙ «Ал сәскә»не күрһәттек. Проекттың тап ошо тылсымлы әкиәт менән асылыуына бик шатмын. Тамашасылар әле үк беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә тәүге сығарылышты тыңлай ала», — ти проект етәксеһе Динара Ҡәйүмова.

Бынан алдараҡ беҙ Башҡортостанда «Китап байрамы» йәрминкәһендә 118 мең кешенең ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ.



Вернуться назад