Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай

7 июндә Белорет районында башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA төркөмө сығыш яһай, тип хәбәр ителә коллективтың рәсми социаль селтәрҙәрендә.
Үҙенсәлекле стиле менән билдәлелек яулаған музыкаль коллектив бай программаның бер өлөшө булмаҡсы.
Шулай уҡ был көндө Урал батырҙың һуңғы төйәгенә барыу, балаларҙың «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр һөйләүе, ҡурайсылар, яҙыусылар, ғалимдар һәм ижади коллективтар ансамбленең сығыштары көтөлә.
Байрам Үрге Әүжән һәм Исмәғил ауылдары араһында ойошторола. Сараға инеү ирекле.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Урал батыр»эпосы көнөнә арналған тантаналарҙың программаһы тураһында хәбәр иткәйне.