Өфөгә Китап байрамына ниндәй абруйлы ҡунаҡтар килә?25.05.2026

28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, шулай уҡ республика муниципалитеттарында IV «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе ойошторола. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә сараға абруйлы ҡунаҡтар килеүе хаҡында һөйләне.

Фото: министр вазифаһын башҡарыусының доклады | Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы президенты ярҙамсыһы, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты һәм Рәсәй китап союзы вице-президенты Константин Чеченев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, адвокат, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Павел Астахов, театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары Николай Иванов, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Анита Цойҙың килеүе көтөлә. 

– Быйыл китап йәрминкәһе дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Уның тәрбиәүи әһәмиәте ғәйәт ҙур. Беҙ балаларҙы китапты яратырға өйрәтәбеҙ, китаптың ҡиммәте тураһында һөйләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Эшлекле майҙансыҡтарҙа Гөлшат Әбдиева, Алена Филиппова менән осрашыуҙар була. Шулай уҡ Милли китапхана майҙансығында Олег Чегодаев, Лилиә Шафиҡова, Александр Шубенков менән осрашыуҙар ойошторола. Дарья Воронова «Слышу себя на сквозь» тигән китабының исем туйын үткәрә.

29 майҙа китап һөйөүселәрҙе йәрминкәлә студент яҙының «Ҙур татыу ғаилә» гала-концерты, «Тыуған ер тауышы» музыкаль-әҙәби лекторий, уҡыусылар өсөн «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны көтә. Милли китапхана майҙансығында Екатерина Горбунова, Алһыу Иҙрисова, Рената Вәлиева, Рафаэль Баһауетдинов сығыш яһай.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарына «Китап байрамы»на балаларҙы алып килеүҙе ойошторорға ҡушты.




Вернуться назад