Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» спектакле «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале афишаһына инде.

Фестиваль Грозныйҙа 29 сентябрҙән 6 октябргә тиклем уҙғарыла. Ул илдең милли театрҙарын берләштереп, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылының төп театраль ваҡиғаларының береһе булмаҡсы. Программала – Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия, Яҡутстан, Чечен Республикаһы, Мордовия, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре театрҙары спектаклдәре.
Башҡорт драма театры фестивалдә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның пьесаһы буйынса театрҙың баш режиссёры Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» кинодрамаһын күрһәтергә әҙерләнә. «Алтын битлек» милли театр премияһы исемлегенә ингән кеше яҙмышы тураһында спектакль тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Федерация» фестивалендә ҡатнашҡайны. 2019 йылда – Гүзәл Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен, ә 2024 йылда Таңсулпан Ғарипова романы буйынса «Бөйрәкәй» спектаклен тәҡдим итте.
Башҡорт драма театрының баш режиссёры Айрат Абушахманов әйтеүенсә, «Федерация» фестивале театр өсөн яҡын майҙансыҡҡа әүерелде.
— Башҡорт академия театры өсөн «Федерация» фестивале хәҙер сит сара ла, сит кешеләр ҙә түгел. 2019 йылда «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен тамашасылар һәм тәнҡитселәр йылы ҡабул итте. Һуңынан фестивалдә «Бөйрәкәй» ҡатнашты, ул да ҙур баһа алды. Бөгөн Грозныйҙа һәр фестивалдә Башҡорт драма театрын көтөп алған тамашасылар бар. «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең һайлап алыу турын үтеп, Чечен Республикаһының баш ҡалаһында күрһәтеләсәгенә бик шатмын, — тип билдәләне Айрат Абушахманов.