Башҡортостандың AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу тарихта тәүге тапҡыр милли телдәге трек менән RU.TV телеканалының музыка премияһы еңеүселәре булды.

Улар «Ay, bylbylym» халыҡ йыры менән «Оло илдең музыкаһы» номинацияһында еңеү яуланы. Ә йырҙың премьераһы 2026 йылдың башында күрһәтелде. 20 йыл дауамында рус телле хиттарҙы ғына күрһәткән RU.TV телеканалы тәүге тапҡыр башҡа телдә яңғыраған композицияны эфирға сығарҙы.
«Был ысынлап та тарихи мәл. Беҙ беренселәр булдыҡ», – тип билдәләне артистар бүләкләү тантанаһында.
Хәбәр иткәнебеҙсә, AY YOLA төркөмө «Муз-ТВ»-ның абруйлы музыкаль премияһына дәғүә итә.