Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Кисә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грейҙың концертында билдәле татар йырсыһы Әлфинә Әҙеһәмова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
Награданы йырсыға Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов тапшырҙы.
«Һеҙ бөгөн оло быуындың ғына түгел, йәштәрҙең дә кумиры. Һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ, тағы оҙаҡ йылдар йырҙарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ», — тине Абдрахманов.
Әлфинә Әҙеһәмова — татар һәм башҡорт эстрадаһында сағыу һәм үҙенсәлекле йырсыларҙың береһе. Ул ҙур сәхнәгә йәш саҡта түгел, ә 44 йәшендә килә. Хәҙер йырсы ысын ренессанс кисерә. Уның «Төнгө урам» һәм «Онотмаған» исемле элекке хиттары яңыса яңғырай, йәштәр араһында бик популяр. Уны, ижадтарының оҡшашлығын билдәләп, «башҡорт Кадышеваһы» тип йөрөтәләр.