Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы

Башҡортостанда IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә әҙерлек барышында «Башҡортостан Республикаһының китап календары» рәсми рәүештә эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итте.
Проект республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 360-тан ашыу сараны берләштерә. Программала яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, китап күргәҙмәләре, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, тыуған яҡты өйрәнеү акциялары һәм башҡа саралар ҡаралған.
Өфөлә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән 80-гә яҡын нәшриәт ҡатнаша.
Программа менән «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе 28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында ойошторола. Быйыл форум Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә, ғаилә ҡиммәттәренә, тарихи хәтергә һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә арналған. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр китап йәрминкәһендә бер ҡала ғына түгел, ә төбәктең барлыҡ ҡалалары һәм райондары ҡатнаша.