Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект ауылға, эшселәр ҡасабаһына йәки ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә ҡайтҡан (күсеп килгән) мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.
Үҙгәрештәр мәҙәниәт хеҙмәткәренең бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүен тулы күләмдә (йәки уның бер өлөшөн) республика бюджетына кире ҡайтарыуына ҡағыла. Түләмәгән осраҡта Мәҙәниәт министрлығы суд тәртибендә кире ҡайтарырға хоҡуҡлы. Ваҡыты мәҙәниәт хеҙмәткәре ошо талапты алған көндән алып 30 календарь көндән артмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ яңы редакцияла проектта ҡатнашыусы вазифалар исемлеге бар.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урында булыуы тураһында хәбәр иткәйне.