Өфө королеваһы – коллегабыҙ, тележурналист Зилә Баймырҙина, шулай уҡ ул «Миссис Грация» һәм «Иң яҡшы милли кейем» номинацияларында еңеү яуланы.

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында миссис Рәсәй Донъя —2026» инклюзив матурлыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың төрлө мөйөштәренән төп тажға дәғүә итеүселәр бәйгегә бер нисә аҙна әҙерләнде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған финалда улар үҙҙәренең ҡаҙаныштарын, һәләттәрен һәм үҙенсәлеген күрһәтте.
Конкурс 18-75 йәшлек гүзәл заттарҙы берләштерҙе. Быйыл Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән: Өфө, Межгорье, Мәләүез, Туймазы, Благовещен, Нефтекама ҡалаларынан, Иглин, Бишбүләк, Борай, Өфө райондарынан 37 ҡатнашыусы финалға сыҡты. Иң йәше – Өфөнән 18 йәшлек Диана Фәрүәзетдинова, ә иң өлкәне – 75 йәшлек Мария Ғәлиева («Эксклюзив» категорияһында ҡатнашыусы).
«Башҡортостан Республикаһында миссис Рәсәй» конкурсы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүгә һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында лидерлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ ғаилә, әсәлек һәм шәхси ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Конкурста ҡатнашыусылар сибәр һәм һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, уңышҡа өлгәшкән әсәләр, ҡатындар, үҙ эшенең оҫталары, әүҙем тормош позицияһы булған ысын героинялар, ирекмәндәр ҙә. Проекттың төп һәм өҫтөнлөклө бурысы – йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ролен һәм абруйын күтәреү, ижади яҡтан үҫешеүҙе хуплау. Быйыл конкурста насар ишеткән ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм хәләл ефеттәре ҡатнашты.

Финалда ҡатнашыусылар ижади бәйгелә үҙ һәләттәрен, шулай уҡ милли кейемдәрҙе, көнсығыш образдарын һәм дефиле күрһәтте.
Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй муниципаль академияһы академигы Татьяна Другова (Мәскәү) етәкселегендәге жюри баһаланы.
«Эксклюзив» категорияһында төп тажды 59 йәшлек Елена Шаяхова яуланы.
Коллегабыҙ, тележурналист Зилә Баймырҙина «Өфө королеваһы» исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Миссис Грация» һәм «Иң яҡшы милли кейем» номинацияларында еңеү яуланы.
Иглин районынан күп балалы әсә, МХО яугиренең ҡатыны Фидания Рафиҡова «Йыл әсәһе» тип танылды. Баш ҡалала йәшәгән 54 йәшлек Юлиә Лукьянованы йыл өләсәһе булды.
«Классик 40%» номинацияһында «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Донъя —2026» исемен Өфөнән Сулпан Шәңгәрәева алды. Ул июнь айында Мәскәүҙә «Миссис Рәсәй Донъя — 2026» конкурсында Башҡортостан данын яҡлай.
