2026 йылдың 20-26 апрелендә Павел Луспекаев исемендәге Луганск академия рус драма театры ойошторған «Госпожа удача» халыҡ-ара театр фестивале уҙҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры фестивалдә ҡатнашып ҡына ҡалманы, почетлы наградаға ла лайыҡ булды, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
Реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән, МХО-ла ҡатнашҡан Луганск актерҙары тураһында пьеса буйынса ҡуйылған спектакль илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мөһим темаларҙы күтәрә. Сәхнә менән тормош араһындағы сиктәрҙе юйып, тамашасыны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ысын тарихы менән таныштыра.
Беҙ Өфөлә Башҡорт драма театрында «Кеше булып ҡалырға» (12+ ) спектаклен сәхнәләштереүҙәре тураһында яҙғайныҡ. Елена Коллегованың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль хәҙерге замандың киҫкен һәм әһәмиәтле темаларына – бурысҡа, яуаплылыҡҡа һәм ысын патриотизмға арналған.
