Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы27.04.2026

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында илебеҙҙең баш ҡалаһында беренсе тапҡыр әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы. Күркәм сараны Мәскәү ҡалаһының мәҙәниәт департаменты булышлығында Наил Сырлыбаевтың продюсерлыҡ үҙәге ойошторҙо.

Жюри ағзалары бер тауыштан биш бала әсәһе, Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлап, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәгән Ләйсән Хөсәйенованы еңеүсе итеп билдәләне.

Беренсе урынды Ригина Арыҫланова яуланы, икенсе урында – Лиана Попова, өсөнсө урында – Лилиә Фикиева, «Талант» номинацияһында диплом Эльвира Рахманғоловаға тапшырылды. Лиана Попова «Интернет Башҡортостан ҡыҙы-2026» номинацияһында еңеүсе булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар, таҫмалар, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

Конкурс биш этаптан торҙо: визитка, ижади номер, башҡорт йолаһы, дефиле һәм жюриҙың һорауҙарына яуап биреү. Финалға сыҡҡан әсәләр балалары һәм ирҙәре менән башҡорт халҡының йолаларын күрһәтте.

Жюри рәйесе – продюсер, евро-диско стилендә эшләгән йырсы, төрлө фестивалдәр һәм конкурстар еңеүсеһе, конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Макс Миран. Шулай уҡ жюри составында «Хазина» йыр һәм бейеү ансамбле, «Ете ҡыҙ» бейеү ансамбле етәксеһе Гөлнара Ғәфүрова, «Благовест» проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү фонды президенты Андрей Лишин, «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге директоры Гөлсинә Батыршина, «Женщина-Птица» арт-проекты етәксеһе Марина Яковлева эшләне.

Проект сиктәрендә әсәләр өсөн бер нисә оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Гөлнара Ғәфүрова башҡорт хореографияһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, Зөһрә Вәлиева милли аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Фото: Наил Сырлыбаев | «Башинформ»


Вернуться назад