Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында барлыҡҡа килде.
AY YOLA төркөмө Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып сығыш яһай. Проектта популяр артистар Олена УУТАй, Zventa Sventana, Ника Дубик, Добрыня Сатин һәм «Тодош» төркөмө, Вахтанг, «Братство Атома» һәм башҡа артистар ҡатнаша.
Күләмле «Берҙәмлек ауазы» шоуы 15 майҙа «Өфө-Арена» сәхнәһендә була. Был ғәҙәти форматтағы концерт түгел, ә иммерсив шоу, тип хәбәр итте «Башинформ»ға ойоштороусылар.
Проектта 100-ҙән ашыу артист ҡатнаша. Музыканттар классик һәм халыҡ уйын ҡоралдарында уйнай.
«Шоуҙа донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә ҡулланылған бер нисә визуаль һәм техник алымдар күрһәтелә. Тамашасыларға ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн әлегә әйтмәй торабыҙ. Кемдәр килә, уларҙы яҡшы сюрприз көтә», — тип һөйләне «Берҙәмлек ауазы» проектының генераль продюсеры Искәндәр Вәлиев.
Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә бер флаг аҫтында тиҫтәләгән халыҡ йәшәй. Улар төрлө булһа ла, берләштергән нәмәләр бар, музыка – шуларҙың береһе.
Продюсер һүҙҙәренсә, Өфө шоуҙы уҙғарыу урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Ҡала ике ҙур мәҙәни һәм географик зонаны – Волга буйы менән Уралды берләштерә. Бында мәҙәни традициялар ныҡ үҫешкән һәм шул уҡ ваҡытта заманса музыка форматтарына ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Сараға инеү ирекле, ләкин сайтта теркәлеү мотлаҡ.