Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла23.04.2026

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла

Фото: Афиша | Башҡортостан Милли музейының матбуғат хеҙмәте

40 йыл элек, 1986 йылдың 26 апрелендә, Чернобыль фажиғәһе була – атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогында шартлау яңғырай. Был донъяның атом энергетикаһы тарихында иң ҙур һәләкәт тип иҫәпләнә.

Йома, 24 апрелдә, Башҡортостандың Милли музейында «Чернобыль һәм «чернобылселәр» (0+) тигән күргәҙмә асыла. Музей «чернобылселәрҙең» ветеран ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Ошо дата уңайынан ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың артефакттар күргәҙмәһе (ликвидаторҙарҙың шәхси документтары һәм наградалары, радиация һәм химик һаҡлау саралары, Радиация һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу китабы), шулай уҡ ҡаһарманлыҡ дәрестәре һәм ойошма ағзалары менән осрашыуҙар ойошторола.

– 1989 йылға тиклем Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә тотош Советтар Союзынан 800 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Улар араһында 10 меңгә яҡын яҡташыбыҙ булған. Машиналар һәм механизмдар, миллионлаған тонна бетон һәм тупраҡ, меңләгән тонна ҡатыштырылған ҡорос түгел, ә кеше үҙенең ҡулдары, хеҙмәте менән ғәйәт ҙур һәләкәтте туҡтата алған, — тип һөйләне край тарихы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Лариса Рамаҙанова.

Башҡортостандың алты институты студенттары – 53 комсомол үҙ теләге менән «Башҡортостан» йыйылма төҙөлөш отряды составына ингән. Был отряд 1986 йылдың 18 июнендә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты юлламаһы буйынса Украинаға осҡан. Йәй буйына отряд күсенеүселәр өсөн йорттар – Киев өлкәһе Макаровка районының Королевка ҡасабаһын төҙөгән (Чернобыль АЭС-ынан 96 саҡрым алыҫлыҡта). Экспозицияға отрядты оҙатыр алдынан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының тамашалар залында (хәҙер Милли музей) төшөрөлгән коллектив фото ҡуйылған.




Вернуться назад