Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була22.04.2026

Концертта «Бүреләр» рок-төркөмөнөң билдәле йырҙары яңғырай. 26 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында тамашасылар хорға ҡушылып, легендар хиттарҙы йырлай ала.

Фото: «Башинформ» | архив

Өфөнөң мәҙәни тормошонда тарихҡа инерлек ваҡиға көтөлә: башҡорт рогы энергияһы һәм академик хор бөйөклөгө тәүге тапҡыр бер сәхнәлә осраша. Популяр «Бүреләр» рок-төркөмө һәм Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы берлектәге программа тәҡдим итә.

«Был үҙенсәлекле эксперимент музыкаль жанрҙар араһындағы ғәҙәти сиктәрҙе юйып, тамашасыларға бөтөнләй яңы яңғыраш бүләк итмәксе. Гитара музыкаһын һөйөүселәрҙең төркөмдөң хиттарын хор башҡарыуында тыңлау мөмкинлеге бар. Академик вокал яратыусылар иһә үҙҙәре өсөн заманса башҡорт рок-поэзияһының энергияһын асырға мөмкин», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына филармонияның матбуғат секретары Ирина Захарова.

«Бүреләр» төркөмө быйыл 20 йыллығын билдәләй. Коллектив башҡорт телендә үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡара. Төркөмдөң ижади иҫәбендә өс альбом, республикала һәм унан ситтә фестивалдәр һәм концерттар, фильмдарға һәм спектаклдәргә саундтректар, симфоник оркестр менән концерт бар. Коллектив составында — Илшат Абдуллин (вокал, төркөм етәксеһе), Денис Ибраһимов (гитара), Олег Перепёлкин (гитара), Максим Осадчий (бас-гитара), Семён Конторщиков (һуҡма ҡоралдар).



Вернуться назад