Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде21.04.2026

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Фото: матбуғат хеҙмәте | В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театры

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовты Тыва Республикаһының Чадан ҡалаһында «Алдар. Хүндү. Мөгейиг» миҙалы менән бүләкләнеләр. Исеме «Дан. Хөрмәт. Баш эйеү» тип тәржемә ителә. В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театрының 90 йыллыҡ юбилейына арналған миҙалды театр директоры Саян Монгуш тапшырҙы.

Айгиз Баймөхәмәтов Тываға үҙенең «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклен ҡарарға барҙы. 90-сы юбилей театр миҙгеле ошо спектакль менән тамамланды.

«Спектакль тамашасыларҙың юғары баһаһын алды. Залда тынлыҡ урынлашты, барыһы ла тын да алмай ҡараны, — тип билдәләне Көк-оол исемендәге Милли театр директоры. — Спектаклдең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, ул сәхнәлә оҙаҡ йәшәйәсәк. Айгиз Баймөхәмәтовҡа әҙәбиәткә индергән өлөшө һәм беҙҙең версия менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».
Фото: матбуғат хеҙмәте | В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театры


Вернуться назад