AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты20.04.2026

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты

Фото: AY YOLA | Вк

AY YOLA төркөмө «Айһылыу» йырына яңы клип тәҡдим итте. Был «Урал батыр» эпосы менән илһамланған композициялар серияһының дауамы булып тора

Байкалда төшөрөлгән клиптың премьераһы 18 апрелдә булды. Был икенсе альбомындың беренсе композицияһы. Йыр башҡорт мифологияһы персонажы «Айһылыу»ға арналған. Ул Айҙың һәм Самрау батшаның ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, AY YOLA төркөмө Ural Batyr тигән беренсе альбомын сығарҙы. Альбомдың 12 йырында башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы «Урал-батыр» эпосының 12 бүлеге сағылдырыла.



Вернуться назад