Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана16.04.2026

Иртәгәнән башлап йорттарға йылы биреү туҡтатыла.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйыуы тураһында социаль селтәрҙә хәбәр итте. 

«Йылытыу миҙгеле етди өҙөклөкһөҙ һәм аварияһыҙ үтте. Бөтә хеҙмәттәргә рәхмәт. Эш туҡтамай. Киләһе ҡышҡы осорға әҙерлекте башлайбыҙ», – тине баш ҡала хакимиәте етәксеһе.

Быйыл фатирҙарға йылы былтырғыға ҡарағанда бер аҙнаға аҙыраҡ бирелде, ул саҡта йылытыу миҙгеле 21 апрелдә тамамланды. Көҙ көнө йылылыҡ менән тәьмин итеү 25 сентябрҙә башланды. Шулай итеп, өфөләрҙең фатирҙарына 205 көн йылы бирелде.

Башинформ беренсе булып йылытыу миҙгелен Мәләүездә тамамлауҙары тураһында яҙғайны.



Вернуться назад