Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Бер халыҡтың тарихы» проектын әҙерләй13.04.2026

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Бер халыҡтың тарихы» проектын әҙерләй

Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле | матбуғат хеҙмәте

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә яңы ҙур проект өҫтөндә эш башланды. Коллектив бер акттан торған «Бер халыҡтың тарихы» хореография спектаклен әҙерләй.

Спектакль өҫтөндә ғалим-консультанттар ҙа эшләй. Улар араһында археолог Дим Ғиззәтов һәм тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, драматург Зөһрә Бураҡаева, Евразия күсмә мәҙәниәттәр музейы директоры Николай Григорьев бар.

– Был спектаклдә боронғо замандарҙан башлап башҡорт ере йылъяҙмаһы йәнләндерелә. Уның сюжеты башҡорт ырыу-ҡәбиләләре тормошоноң тарихи осорҙарын, берҙәм этностың барлыҡҡа килеүе өсөн көрәш этаптарын үҙ эсенә ала, – тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.

Проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының 2026 йылғы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Проект етәксеһе һәм либретто авторы – Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры һәм художество етәксеһе Нәзир Байегетов. Спектакль өсөн музыка авторы – Раил Мөрсәлимов, сценарий авторы – Рената Нәсибуллина. Ҡуйыусы балетмейстерҙар – Константин Диденко, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәзир Байегетов, Илнур Әйүпов, Рәмизә Мөхәмәтшина, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреатыАйбулат Баһауетдинов.

Коллективтың яңы проекты ансамблдең репертуарын байытып ҡына ҡалмаҫ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хореография сәнғәте тарихында мөһим ваҡиғаға әүерелер, тип ышаналар ансамблдә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-13/v-ufe-ansambl-imeni-fayzi-gaskarova-gotovit-proekt-istoriya-odnogo-naroda-4650438



Вернуться назад