Республика мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары төп концерт залы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары Илнур Мөхйәнов «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Кисә уны коллектив менән таныштырҙылар.
Илнур Мөхйәнов 2022 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың сентябренә тиклем мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләй. Хеҙмәт юлын Ул Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Һуңынан Ишембай районының мәҙәниәт бүлеген етәкләй, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019-2022 йылдарҙа Башҡортостан Башлығы идаралығында урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса баш кәңәшсе була.