Башҡортостанда IV «Китап байрамы» көнө билдәле булды08.04.2026

Башҡортостанда IV «Китап байрамы» көнө билдәле булды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Быйыл дүртенсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе 28-30 майҙа ойошторола. Быйыл йәрминкә тәүге тапҡыр республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үткәрелә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина коллегияның киңәйтелгән ултырышында ошо турала белдерҙе.

Китап календары төҙөлә һәм уға муниципалитеттарҙың китап мәҙәниәтенә арналған барлыҡ саралары индерелә.

«Сараларҙы 27 майҙа, Китапханалар көнөндә башларға тәҡдим итәбеҙ. Календарь 1 майға тиклем әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне Наталья Лапшина.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-08/stalo-izvestno-kogda-v-bashkirii-sostoitsya-iv-knizhnaya-yarmarka-kitap-bayram-4644051



Вернуться назад