Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры кәңәшселәре менән таныштырҙылар

Өфөлә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика мәҙәниәт министрының дүрт кәңәшсеһе менән таныштырҙылар.
Улар – Наталья Абдразаҡова, AY YOLA төркөмө артистары Ринат Рамазанов, Руслан Шәйхетдинов һәм хәрби дирижер Азат Шахмөхәмәтов. Бөгөн коллегияла Наталья Сергеевна ғына ҡатнаша алды.
Министр вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итеүенсә, улар министрлыҡ бойороҡтары менән ағымдағы йылдың февралендә тәғәйенләнгән. Кәңәшселәр үҙ бурыстарын йәмәғәт башланғысында башҡара.