Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәргә юллана06.04.2026

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» концерт программаһын тәҡдим итә.

Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле | матбуғат хеҙмәте

5-13 апрелдә Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡурғанда, Төмәндә, Ханты-Мансиҙа, Нижневартовскиҙа, Лянторҙа, Лангепаста, Когалымда сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡурған өлкә филармонияһы, Тимер юлсылар мәҙәниәт йорто (Төмән ҡалаһы), «Октябрь» мәҙәни-ял итеү үҙәге (Ханты-Манси ҡалаһы), Сәнғәт һарайы (Нижневартовск ҡалаһы), «Нефтсе» мәҙәниәт йорто (Лянтор ҡалаһы), «Нефтсе» мәҙәниәт үҙәге (Лангепас ҡалаһы) һәм «Себер» мәҙәниәт йорто (Когалым ҡалаһы) сәхнәләрендә «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтә.

«Беҙ – Рәсәй» программаһы ансамбль гастролдәренең географияһын киңәйтте. 2025 йылда Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында, шулай уҡ Татарстандың Чистополь, Яр Саллы ҡалаларында, Аҡтанышта концерттар уҙҙы. Беҙҙең коллектив 85 йылдан ашыу халыҡ традицияларын һаҡлап килә. Бындай гастролдәр – Рәсәй тамашасыларын башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырыу һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек. Был Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында айырыуса символик мәғәнәгә эйә», — тип билдәләне ансамблдең директоры-художество етәксеһе Нәзир Байегетов.

Фәйзи Ғәскәров ансамбленең «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» концерт программаһы ЮНЕСКО наградаларына — «Биш ҡитға» алтын миҙалына һәм «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған.

Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ — Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-03/ansambl-narodnogo-tantsa-imeni-fayzi-gaskarova-otpravitsya-na-gastroli-4638759



Вернуться назад