8-15 апрелдә Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Татарстанда «Донъя ритмдары» концерт программаһы менән сығыш яһай.

Башҡортостан коллективын Лениногорск, Бөгөлмә, Яр Саллы, Мамадыш, Чистополь, Олыяз (Кукмара районы) һәм республиканың баш ҡалаһы Ҡазан сәхнәһендә көтәләр.
«Донъя ритмдары» программаһы төрлө халыҡтарҙың йыр-бейеүҙәрен һәм инструменталь көйҙәрен үҙ эсенә ала. Башҡорт милли уйын ҡоралдары ҡурай һәм ҡыл-ҡумыҙ моңон тыңларға, этник мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгөн сағылдырған хореография өлгөләрен һәм сәхнә костюмдарын күрергә мөмкин.
«Мираҫ» ансамбленең Татарстанға гастролдәре изге йолаға әүерелә бара. 2024 йылда республика тамашасылары коллективты йылы ҡабул итте. Быйылғы гастролдәр ике төбәк араһындағы ижади хеҙмәттәшлекте дауам итә һәм тамашасыларҙы ансамблдең репертуары менән таныштыра», — тип хәбәр итә коллективтың матбуғат хеҙмәте.
«Мираҫ» ансамбле «Беҙ – Рәсәй» программаһы сиктәрендә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планында ҡатнаша. 2022 йылда коллектив илдең муниципаль ансамблдәре араһында тәүгеләрҙән булып программаға һайлап алынды һәм йыл һайын федераль майҙансыҡтарҙа Башҡортостан мәҙәниәте менән таныштырып, ошо статусты раҫлай.
6+