Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – CASTA DIVA опера премияһы лауреаты

2025 йыл өсөн Рәсәйҙең CASTA DIVA опера премияһы лауреаттары иғлан ителде.
Жюри махсус премияны йырсы, Мария театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Альбина Шаһиморатоваға тапшырҙы. Ул Норма партияһында белькантоның юғары традицияларын һаҡлауы өсөн бүләкләнде (Беллиниҙың «Норма» операһы, Мария театры).
«Һоҡланғыс йырсылар һәм йырсылар йәнә ҡыуандырҙы. Улар Рәсәй һәм сит ил постановкаларында сағыу ролдәре өсөн бүләкләнде. Уларҙың ҡаҙаныштары шик тыуҙырмай», — тип билдәләне жюри ағзалары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡорт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов XVII «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале башланыр алдынан опера сәхнәһе йондоҙона Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемде тапшырҙы. Шул саҡта Альбина Шаһиморатова үҙенең тамырҙары Өфө менән бәйле булыуы, бында уның өләсәһе һәм туғандары йәшәүе, ә уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары булыуы хаҡында әйткәйне.