Республикала Мөбәрәков һәм Йосопова исемендәге премияларҙың миҙалдарын күрһәттеләр26.03.2026

Республикала Мөбәрәков һәм Йосопова исемендәге премияларҙың миҙалдарын күрһәттеләр

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы

Башҡортостанда «Театр яҙы» республика конкурс-фестивален ябыу тантанаһында Театр эшмәкәрҙәре союзының Арыҫлан Мөбәрәков һәм Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаттарына тапшырыу өсөн миҙалдар әҙерләнгән.

«Аҙна буйына «Театр яҙы» фестивале сәхнәһендә театрҙарҙың спектаклдәрен иғтибар менән ҡарайбыҙ. 27 мартта фестивалде ябыу сараһында еңеүселәрҙе иғлан итербеҙ һәм таланты, хеҙмәте һәм сәхнәгә тоғролоғо иң юғары баһаға лайыҡ булғандарҙы бүләкләрбеҙ», — тип һөйләне Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров.

Эксперт советы составына фестивалдең арт-директоры – театр белгесе, доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова етәкселегендә абруйлы театр тәнҡитселәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инде.

Премияны Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығын билдәләү уңайынан Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы тапшыра.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-03-26/v-bashkirii-pokazali-medali-premiy-imeni-mubaryakova-i-yusupovoy-4627763



Вернуться назад