Башҡорт сатиригы Венер Исхаҡов Василий Шукшин миҙалы менән бүләкләнде25.03.2026

Сатира һәм юмор оҫтаһы, журналист, «Шоңҡар» журналының яуаплы секретары Венер Исхаҡовҡа Василий Шукшин миҙалы тапшырылды.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Яҙыусылар союзы

Награданы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов Ғафури районында тыуып үҫкән яҙыусыларҙың ижадына арналған әҙәби кисәлә тапшырҙы.

«Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән башҡорт яҙыусыһы Венер Исхаҡовҡа Василий Шукшиндың миҙалы тапшырылды. Рәсәй Яҙыусылар союзының был наградаһы – иң әһәмиәтлеләрҙең береһе. Ул яҙыусыларға юғары ижади уңыштары өсөн бирелә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Яҙыусылар союзында.

2024 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған саралар барышында яҙыусылар Салауат Әбүзәров, Зөһрә Бураҡаева һәм Гөлсирә Ғизәтуллина ошо награда менән бүләкләнгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-03-25/bashkirskomu-satiriku-veneru-ishakovu-vruchili-medal-vasiliya-shukshina-4626622


Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Яҙыусылар союзы


Вернуться назад