Өфөлә танылған тарихсы, профессор Ирек Аҡмановты һуңғы юлға оҙаттылар23.03.2026

Өфөлә танылған тарихсы, профессор Ирек Аҡмановты һуңғы юлға оҙаттылар

Фото: Өфө фән һәм технологиялар университетының матбуғат хеҙмәте | https://uust.ru

Өфөлә күренекле тарихсы, бик күп дәреслектәр һәм хеҙмәттәр авторы, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн тыуған төйәгебеҙҙең тарихын өйрәнеүгә арнаған профессор Ирек Аҡманов арабыҙҙан китте. Ошо көндәрҙә  Ирек Ғайса улын тыуған яғы Ейәнсура районында һуңғы юлға оҙаттылар.

Ирек Аҡманов 1933 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылында тыуған. 1957 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы хеҙмәткәре булып башлай. 1962 йылдан – уҡытыусы, 1982 йылдан, 20 йылдан ашыу ошо кафедраның мөдире була. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1981-1986 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы. ТӨРКСОЙ халыҡ-ара академияһы һәм Рәсәй гуманитар академияһы академигы итеп һайлана, БДУ-ның атҡаҙанған профессоры исеменә лайыҡ була. Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Ватан тарихы буйынса диссертация советы рәйесе вазифаһын башҡара.

Фәнде үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ирек Ғайса улы «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» исемдәрен алды. Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. 2006 йылда уға «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелә.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-03-23/v-ufe-prostilis-s-izvestnym-istorikom-professorom-irekom-akmanovym-4623110



Вернуться назад