Башҡортостанда мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙғарыла

Быйыл Башҡортостанда башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығы билдәләнә. Республика ашлығы Радий Хәбиров «Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документҡа ярашлы, юбилей сараларына әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы үҙгәртелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар башланды, унда үҙенсәлекле күргәҙмәнең презентацияһы уҙҙы. Шағирҙың тыуған ере Тәтешле районында ла юбилей саралары ойошторолдо. Үрге Тәтешле ауылында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Өфөлә Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына ҡарата әҙәби-музыкаль кисә булды.