Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ойоштороусылар ғаилә ансамблдәрен дә көтә.

Ғата Сөләймәнов исемендәге XXV Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сара милли уйын ҡоралы ҡурайҙы пропагандалауға һәм популярлаштырыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, быйыл байрам 25-се тапҡыр уҙғарыла. 15-16 майҙа Октябрьский ҡалаһына оҫта ҡурайсылар йыйыла.
Унда ҡатнашыу өсөн үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр саҡырыла. Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ойоштороусылар ғаилә ансамблдәрен дә көтә.
Байрам программаһында конкурс тыңлауҙары, ижади лаборатория һәм конкурс еңеүселәре, байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында йомғаҡлау сараһы ҡаралған. Заявкалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.
Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский хакимиәте.