AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар24.02.2026

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар

Фото: AY YOLA / телеграм-канал

AY YOLA төркөмөнөң һәм танылған йырсы Алһыуҙың «Ай, былбылым» йырына клибын ике миллион тапҡыр ҡарағандар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера 7 ғинуарҙа уҙҙы.

Клип беренсе көндә үк юғары баҫҡыстарға күтәрелде һәм Рәсәйҙең музыкаль трендтары иҫәбенә инде. Кадрҙарҙа Алһыу һәм AY YOLA төркөмө йырсыһы Адель Шәйхетдинова стилләштерелгән башҡорт костюмдарында. Ә музыкант Ринат Рамаҙанов 1500 баш аттан торған өйөр араһында оҫта итеп ҡурайҙа уйнай. Тамашасыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны: клиптағы йылҡылар ысынмы, әллә яһалма зиһен ярҙамында эшләнгәнме?  Ысынында иһә был һоҡланғыс кадрҙар – Иглин районында, ҡалған эпизодтар «Өфө муйынсағы»нда төшөрөлгән.

Фото: AY YOLA / телеграм-канал

 Хеҙмәттәшлек идеяһын төркөмдөң продюсеры Руслан Шәйхетдинов тәҡдим иткән.

«Алһыу менән танышҡас, берлектәге эш тураһында һүҙ сыҡты, ул үҙенең композицияһын минең аранжировкала башҡарырға тәҡдим итте. Мин иһә «Ай, былбылым»ды тәҡдим иттем. Был йырҙы бөтәһе лә белә, күптән төрлө өйҙәрҙә, төрлө телдәрҙә яңғырай», — тип һөйләй Руслан.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-24/klip-bashkirskoy-gruppy-ay-yola-i-alsu-nabral-2-milliona-prosmotrov-4590330






Вернуться назад