Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат18.02.2026

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат

Фото: «Мораҙым» гәзите / moradimgazeta.wordpress.com

Өфөлә башҡорт шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Зөфәр Вәлит оҙаҡ ауырығандан һуң 78-се йәшендә арабыҙҙан китте. 

Вәлитов Зөфәр Зәки улы (Зөфәр Вәлит) 1949 йылдың 1 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үтә. Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Өфө заводтарында электрик, автослесарь, мастер, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер булып эшләй. 

Хаҡлы ялға сығыр алдынан хеҙмәт юлын Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә дауам итә.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, шағир менән бәхилләшеү 19 февралдә сәғәт 12-лә була. Адресы: Өфө ҡалаһы, Орджоникидзе районы, Иҫке Турбаҫлы ауылы, Йәштәр урамы, 6-сы йорт.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-18/v-ufe-umer-bashkirskiy-poet-zufar-valit-4582900



Вернуться назад