Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә «Урал батыр ерендә йыл китабы» халыҡ-ара конкурсы тураһында положение әҙерләне. Конкурс быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелә.

Конкурстың төп маҡсаттары – иң яҡшы социаль әһәмиәтле һәм талантлы әҫәрҙәрҙе, авторҙарҙы асыҡлау, иң яҡшы әҙәбиәт өлгөләрен популярлаштырыу, иң яҡшы нәшриәт проекттарына ярҙам итеү, Башҡортостандың һәм уның нәшриәт эшмәкәрлегенең имғай имиджын булдырыу, төбәк китап продукцияһын Рәсәй баҙарына сығарыу.
Конкурсҡа ғаризаларҙы тапшырыу ваҡыты – 2026 йылдың 17 февраленән 10 апреленә тиклем. Материалдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Конкурс» тигән билдә менән (т.8 (347) 272-77-01).
Китап нәшер итеү буйынса компетентлы эксперттарҙан торған жюри ете номинация буйынса иң яҡшы баҫмаларҙы билдәләй. Конкурс еңеүселәре «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ябыу тантанаһында иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнә.
«Урал батыр ерендә йыл китабы» халыҡ-ара конкурсы тураһында положение Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында баҫылған.