Беренсе концерт ҡыштың һуңғы көнөндә була.

Быуаттар буйына телдән-телгә күсеп килгән «Урал батыр» эпосы тәүге тапҡыр Европа сәхнәләрендә яңғырай. AY YOLA төркөмө Европа буйлап турнеға юллана.
«Беҙ ысын тауыш алып киләбеҙ: ҡурай, думбыра, ҡумыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан ерендә тыуған тарих менән таныштырабыҙ», — тип белдерҙеләр төркөмдә.
Беренсе сығыш Сербияның баш ҡалаһы Белградта 28 февралдә була. Һуңынан AY YOLA Болгарияға, Венгрияға һәм Германияға юллана.