«Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә XII «Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.
Унда һомғол буйлы, кейәүгә сыҡмаған 15-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, фотоға һәм видеоға төшөү, экскурсиялар ойошторола. Конкурс ҙур финал шоуы менән тамамлана.
Еңеүселәр Башҡортостан исеменән халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге матурлыҡ конкурстарында ҡатнаша.
Ғаризалар 8 (919) 157-65-43 номеры буйынса ҡабул ителә.