Республикала башҡорт телен өйрәнеү өсөн берҙәм әсбаптар әҙерләнә12.02.2026

Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү өсөн берҙәм күргәҙмә әсбаптар әҙерләп сығарырға йыйыналар. Бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Йәнле һүҙ» проектын ойошторҙо.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

10 февралдә Өфөлә уҡыу әсбаптарының структураһын һәм йөкмәткеһен йәш үҙенсәлектәрен һәм ФГОС-ты иҫәпкә алып әҙерләү буйынса кәңәшмә уҙғарылды.

Төп маҡсат – башҡорт телен өйрәнгән 5-7 йәшлек мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәренең белемен арттырыу. Ошо йәһәттән төркөмдә башҡорт телен яҡшы үҙләштереү өсөн уҡыу комплекттары системаһы булдырыла.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы республиканың барлыҡ муниципалитеттарында мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телен өйрәнеү өсөн булдырылған шарттарҙы тикшерҙе. Милли төркөмдәрҙең һаны, уларҙың йыһазландырыу анализланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф буйынса комиссияһы 130 балалар баҡсаһында, ете меңдән ашыу бала шөғөлләнгән 270 төркөмдә булды, шулай уҡ ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр менән осрашыуҙар үткәрҙе, — тип һөйләне проектты ойоштороусылар. — Барыһы ла башҡорт теле өйрәнелгән төркөмдәрҙе арттырыуҙың мөһимлеген, артабан мәктәптә балаларҙың туған телен һайлағанда уларҙың ролен, башҡорт телен өйрәнгәндә баҫҡыстарҙың күсәгилешлеген тәьмин итеүҙе билдәләне».

Проект сиктәрендә һәр муниципалитетта мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре, методистар, ғалимдар, практиктар, ата-әсәләр, өләсәйҙәр ҡатнашлығында әсбаптарҙың презентацияһы үткәрелә. Шулай уҡ өләсәй-олатайҙарҙы мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүгә йәлеп итергә мөмкинлек биргән ғаилә клубтары концепцияһын әҙерләү планлаштырыла. 2026 йылдың 14 декабрендә – Башҡорт теле көнөндә «Торатау» конгресс‑холында йомғаҡ яһала һәм 20 иң яҡшы тәрбиәсе бүләкләнә.

Проект – Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар конкурсы еңеүсеһе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-12/v-bashkirii-sozdayut-edinye-komplekty-posobiy-dlya-izucheniya-bashkirskogo-yazyka-4575344



Вернуться назад