Билдәле мәҙәниәт эшмәкәре һәм хореограф Гөлназ Аҡназарова арабыҙҙан китте

Өфөлә билдәле сәнғәт эшмәкәре, талантлы хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова 64-се йәшендә арабыҙҙан китте. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Мәрхүмә менән бәхилләшеү 13 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа, иртәнге 10-сы 30 минутта башлана. Гөлназ Аҡназарованы тыуған яғы Баймаҡ районында ерләйҙәр.
Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова 1962 йылдың 11 июлендә Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын тамамлаған.
1988-1993 йылдарҙа этика һәм эстетика кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй, «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбленең художество етәксеһе була.
Гөлназ Аҡназарованың профессиональ бейеүсе булараҡ формалашыуы БДУ-ла уҡыған йылдарында уҡ башлана. Екатерина Варламова етәкселегендәге «Ирәндек» ансамблендә уның характерлы бейеүсе булмышы асыла. Гөлназ Вәкил ҡыҙы башҡарыуындағы «Ғәйбәтсе», «Йәрминкәнән ҡайтҡанда» бейеүҙәре сағыу мимика һәм ым-ишаралар, сағыу образлылыҡ менән айырылып тора.
Башҡорт фольклорын һәм башҡорттарҙың көнкүрешен яҡшы белгән Аҡназарова балетмейстер булараҡ 50-нән ашыу бейеүҙәрҙә халыҡ мотивтарын һәм сюжеттарын оҫта кәүҙәләндерә. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының халыҡ йолаһы буйынса «Киндер туҡмау» вокаль-хореографик сюитаһы, «Уяныу» бейеүе, «Сыңрау торна» хореографик сюитаһы һәм башҡа постановкалар уның ижадының сағыу өлгөләре булып тора. Шулай уҡ Гөлназ Аҡназарова К.Тинчуриндың «Ҡазан таҫтамалы» комедияһында, Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Т. Ә. Ғәниеваның «Тамарис» трагедияһында бейеүҙәр ҡуйҙы.
Гөлназ Аҡназарова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була (1997), Р.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты. (2012).
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.