Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы12.02.2026

Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Фото: Ҡәҙим Аралбай / шәхси архивтан

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика хөкүмәтенә сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлек планын раҫлау бурысы йөкмәтелде. Сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса сығымдар бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана. Указдың үтәлешен Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев контролдә тота.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-11/v-bashkirii-podpisal-ukaz-o-prazdnovanii-85-letiya-poeta-kadima-aralbaeva-4574760



Вернуться назад