Ғәскәров ансамбле артисы Илшат Фәсхетдинов МХО-ла һәләк булған
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Илшат Фәсхетдинов махсус хәрби операция барышында һәләк булған. Ауыр яңылыҡты ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Артист менән бәхилләшеү шәмбе, 14 февралдә, иртәнге сәғәт 10-да Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында уҙа.
Фәсхетдинов Илшат Ридик улы 1972 йылдың 10 февралендә тыуған. Уның яҙмышы бәләкәйҙән үк сәнғәт менән бәйле. Башҡорт хореография училищеһында (хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) һөнәри белем алғас, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сафын тулыландыра, унда оҙаҡ йылдар талантлы балет артисы булып эшләй.
Илшат Фәсхетдинов Башҡортостандың сағыу артистар династияһын лайыҡлы дауам итте. Уның ата-әсәһе күп йылдар Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләне. Атаһы – Ридик Фәсхетдинов, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, виртуоз баянсы ине. Әсәһе Эльза Ғәббәсова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙ ғүмерен бейеүгә бағышланы. Атаһының ҡустыһы – Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы, ә һуңыраҡ директоры булды. Хәҙер ғаилә традицияһын Илшат Фәсхетдиновтың улы Рияз дауам итә, әлеге ваҡытта ул – Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенты.
2024 йылдың сентябрендә Илшат Фәсхетдинов үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Хәрби бурыстарҙы үтәү барышында ул фажиғәле һәләк була, оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.