AY YOLA төркөмө Өфөлә «Ебәк юлы» фестивален үткәрергә тәҡдим итте05.02.2026

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы Креатив индустриялар сәғәте барышында AY YOLA төркөмө музыканты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Шәйхетдинов республикала музыка индустрияһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

– Минеңсә, беҙ быға булышлыҡ итә, ҡатнаша, ҙур һәм ҡыҙыҡлы сара ойоштора алабыҙ, – тип билдәләне музыкант. – Тиҙҙән беҙ «Ебәк юлы» сараһына юлланабыҙ. Директор менән таныштыҡ, ул төрлө саралар уҙғара. Ул республикабыҙға «Ебәк юлы» фестивале тураһында һөйләшеү өсөн килергә бик теләгәйне. Һоҡланғыс профессионалдар командаһы сараны юғары кимәлдә, баҙарҙы, музыкаль фестивалдәрҙең үҙенсәлектәрен аңлап ойоштора ала.

Руслан Шәйхетдинов һүҙҙәренсә, хәҙер Рәсәйҙә этносәхнә әүҙем үҫешә. Һәр төбәктә тиерлек сағыу, ҡыҙыҡлы вәкилдәр бар. Төркөм музыканттары бөтәһе менән дә тиерлек бәйләнештә тора, бик күп берлектәге проекттар ойоштора.

– Беҙ республикаға бик ҡыҙыҡлы артистар алып килә алабыҙ, минеңсә, улар бына-бына билдәле булып китер, илебеҙҙән ситтә лә танылыу яулар, – тине музыкант. – Беҙҙең Өфө ҡалаһы географик яҡтан уңышлы урында урынлашҡан, сөнки эргәлә бер нисә ҙур ҡала бар, шуға бындай фестиваль күрше төбәктәрҙән – Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Пермь крайынан һәм башҡаларҙан бик күп кешеләрҙе йәлеп итә ала. Беҙ күп кеше йыя алабыҙ, әлбиттәү. Беҙҙә көйәрмәндәр әүҙем, әгәр фестивалгә төрлө төбәктәрҙән музыкаль коллективтарҙы саҡырһаҡ, күләмле сара үткәрербеҙ тип ышанам.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-04/gruppa-ay-yola-predlozhila-provesti-v-ufe-festival-shyolkovyy-put-4564614



Вернуться назад