Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы үткәрелә02.02.2026

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы үткәрелә

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда актер йыры конкурсы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышлана. Был хаҡта Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды.

«Актер йыры» конкурсын «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров. — Конкурс 2026 йылдың ноябрендә уҙғарыла».

«Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә 2025 йылдың апрелендә арабыҙҙан киткән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә тәүге аҙым яһалыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-01/v-bashkirii-proydet-konkurs-akterskoy-pesni-pamyati-fidana-gafarova-4557715



Вернуться назад