Башҡортостанда Вәсилә Фәттәхованың исеме урамға биреләсәк30.01.2026
Фото: Илгиз Абдраҡипов

Мәғлүмәт адрестар реестрына индерелдгән. Урам ҡаланың яңы биҫтәһендә урынлашасаҡ, тип хәбәр итте район башлығы.

Вәсилә Фәттәхова Белорет ҡалаһында тыуған. Учалы сәнғәт колледжының хор бүлеген тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыған. Эстрадала танылған йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә эшләй башлай.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, ул күп йылдар эстрадала эшләне, татар һәм башҡорт телдәрендә йырланы. Йырсы моңло тауышы менән миллиондарса тамашасыны әсир итте. Вәсилә Фәттәхованың тәүге башҡарған йыры республикала ҙур популярлыҡ яуланы. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡорт, татар телдәрен белмәүселәр ҙә хәтерендә ҡалдырҙы.

Бынан алда йырсының ире Илгиз Абдраҡипов  «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә үҙенең ғаилә тормошо хаҡында һөйләне.



Вернуться назад