
Өфөнөң AY YOLA төркөмө музыканттары Үзбәкстан мәҙәниәт министрлығының почетлы миҙалдары менән бүләкләнгән. Төркөмгә наградаларҙы Ташкент ҡалаһында үткән «Яңы Үзбәкстан йондоҙҙары» милли премияһында тапшырғандар.
Үзбәкстанда төркөмдөң ижадын үҙ итеүселәр айырыуса «Һомай» йырын бик йылы ҡабул иткән.
«Һуңғы ун айҙа был беҙ дүртенсе тапҡыр Ташкентта сығыш яһайбыҙ. Ҡышҡыһын бында килеүе бигерәк тә шәп, Ташкент ҡар менән ҡапланған, Өфөбөҙҙө хәтерләтә. Барыһы ла беҙҙең «Һомай» йырын белә. Беҙҙе бында шул тиклем йылы ҡаршы алдылар. Бындай оло награда алыуыбыҙ менән айырыуса ғорурланабыҙ», - тип уртаҡлашты төркөм ағзаһы Руслан Шәйхетдинов.
Бынан алда AY YOLA төркөмө продюсерының ҙур еңеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.