Өфөлә Башҡорт киноһы көнөн булдырырға тигән тәҡдим индерелде
Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең художество етәксеһе Азат Айытҡолов Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында республика етәкселегенә милли уйын ҡоралын һаҡлауға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы указы буйынса Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Бынан тыш, республикабыҙҙа Ҡурай көнө булдырылды, ул йыл һайын 21 октябрҙә билдәләнә.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов Башҡортостан Башлығына республиканың бейеү сәнғәтенә ярҙамы, атап әйткәндә, Милли бейеү көнө булыдырылыуы өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Башҡортостандың Хореографтар союзы ойошторолоуы тураһында һөйләне, төбәктә федераль эксперттар ҡатнашлығында халыҡ-ара бейеү конкурсы һәм конференция үткәреү пландары менән уртаҡлашты.
«Асҡар-фильм» компанияһы директоры, кинорежиссёр Айнур Асҡаров төбәктә Башҡорт киноһы көнөн булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе был мәсьәләне ентекле өйрәнергә ҡушты. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай даталарҙың төп маҡсаты – республикала йәшәүселәр араһында башҡорт сәнғәтен популярлаштырыу.