«Башҡорт аты» фестивалендә «Самауырлы ритайым» ойошторола
6 сентябрҙә Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале була.
«Самауырлы ритайым» бына бер нисә йыл инде Өфө һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалалары йәштәрен берләштерә. Был мәҙәни сара ғына түгел, ә халыҡ традицияларының яңы быуын өсөн актуаль, ҡыҙыҡлы була алыуын раҫлай, тип билдәләнеләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.
Фестиваль майҙансығында проекттың махсус зонаһы ойошторола һәм унда ҡунаҡтарҙы бай программа көтә:
Сараға килгән ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн популяр башҡарыусы Илгизмо сығыш яһай.
«Самауырлы ритайым» идеяһы 2020 йылда башҡорт йәштәре башланғысы менән барлыҡҡа килде, улар араһында йәш активист Рөстәм Абдразаҡов, баянсы Кәрим Моратов һәм ҡурайсы Ғаяз Ялмырҙин бар.
Шул ваҡыттан алып «самауырлы дискотека» күләмле йәштәр хәрәкәтенә әүерелде. Асыҡ майҙансыҡта дәртле бейеүҙәр, тере музыка, халыҡ йырҙары яңғырай. Шулай уҡ самауыр сәйе менән һыйланырға мөмкин. Хәҙер «Самауырлы ритайым» яңы кимәлгә сыға – «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ойошторола.