Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәрендә йондоҙло ҡунаҡтар сығыш яһай18.08.2025

Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәрендә йондоҙло ҡунаҡтар сығыш яһай

Өфөнөң Совет майҙанында киске концерттар Армия мәҙәниәте көндәренең сағыу ваҡиғаһы булмаҡсы. Республиканың баш ҡалаһында бөтәһе 30-ҙан ашыу төрлө мәҙәни ваҡиғалар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм эшлекле осрашыуҙар көтөлә.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, Армия мәҙәниәте көндәрендә А. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамбле, Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград, Көньяҡ, Үҙәк хәрби округтарҙың ижади фронт бригадалары кеүек билдәле коллективтар ҡатнаша. Оҫталыҡ дәрестәрен М.Б. Греков исемендәге Хәрби рәссамдар студияһы ағзалары үткәрә.


«Армия мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусылар араһында беҙҙең МХО яугирҙәре, шул иҫәптән Сибай филармонияһы артистары бар», — тип өҫтәне Наталья Лапшина.


Шулай уҡ федераль ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Улар иҫәбендә Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты директоры Артем Горный, Рәсәй Оборона министрлығы мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге етәксеһе Ольга Фаллер, шулай уҡ журналист, «Звезда» телеканалы алып барыусыһы, «Еңеүселәр вариҫтары» мәҙәни-тарихи хәтерҙе һаҡлау фонды президенты Ирина Лосик бар.


Армия мәҙәниәте көндәре 22 августа «Көҙ романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале менән асыла. Беренсе көндә «Һуғыш йылдары йырҙары» яңғырай. Легендар йырҙарҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкова Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры менән бергә башҡара.


Быға тиклем Армия мәҙәниәте көндәре Тула, Санкт-Петербург ҡалаларында, Тыва һәм Саха (Яҡут) республикаларында ойошторолдо. Башҡортостанда барлыҡ төбәк муниципалитеттарында һәм мәҙәниәт учреждениеларында 300-ҙән ашыу сара көтөлә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республиканың «Армия мәҙәниәте көндәре» проектында әүҙем ҡатнашыуын хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-08-18/kakie-zvezdnye-gosti-vystupyat-na-dnyah-armeyskoy-kultury-v-ufe-4352568



Вернуться назад